Рәсәй-Башҡортостан радиоһының студия ҡунағы – Рәфис Сирусин

Рәсәй-Башҡортостан радиоһының студия ҡунағы – Рәфис Сирусин
"Өфө уттары" тапшырыуы үҙенең яҡты һәм сағыу балҡыштары менән популяр йырсы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солисы Рәфис Сирусин менән осрашыуға саҡыра.

«Өфө уттары» тапшырыуы үҙенең яҡты һәм сағыу балҡыштары менән популяр йырсы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солисы Рәфис Сирусин менән осрашыуға саҡыра. Матур тауышы менән тамашасыларҙы әсир иткән Баймаҡ егете икенсе йыл рәттән һигеҙенсе март көнөнә зауыҡлы концерты менән гүзәл заттарҙы ҡотлап йыр гөлләмәләрен бүләк итә. Талантлы йырсы менән әңгәмәне  ғәҙәттәгесә 20 сәғәт 10 минутта Рәсәй-Башҡортостан радиоһы 89,5 тулҡындарында тыңларға һәм «Башҡортостан 24» телеканалы аша тура эфир трансляцияһын ҡарау мөмкинлеге бар. Эфир телефоны – 246-50-33, шулай уҡ WhatsApp һандары эшләй – 8919 617 96 41.

 

Смотрите нас в YouTube