«Өфө уттары»: Саха-Яҡут илендәге өс йыл

«Өфө уттары»: Саха-Яҡут илендәге өс йыл
«Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында профессор Марс Юлдашев менән осрашыу көтөлә.

Совет осоронда бөтәһе лә «оҙон аҡса» эҙләп сығып китмәгән. Күптәр һөнәр ҡушыуы буйынса ла, романтика эҙләп тә тыуған яғын ваҡытлыса ҡалдырып торған.

Медицина фәндәре докторы, профессор Марс Юлдашев та 1962 йылда табип дипломы алып, Саха-Яҡут иленә өс йылға барып төпләнә. Тейешле шарттары ла булмаған йорттарҙа йәшәргә тура килһә лә, һөнәренә тоғро ҡалған йәш табип бик күп ғүмерҙәрҙе ҡотҡара. Уның хәтирәләрен, шишәмбе, 15 мартта, Өфө ваҡыты менән 20 сәғәт 10 минутта «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында барған «Өфө уттары» тапшырыуында тыңлағыҙ.

Студия менән тура бәйләнеш телефоны: 8 (347) 246-50-33

Яҙма хәбәрҙәр өсөн («Whatsapp»): 8-919-617-96-41

Подпишитесь на наш Telegram-канал