«Иғтибар үҙәгендә»: Башҡортостан ауылдары «ҡоро закон» буйынса йәшәйәсәк

«Иғтибар үҙәгендә»: Башҡортостан ауылдары «ҡоро закон» буйынса йәшәйәсәк
Республикалағы биш ауыл билмәһе хәҙер яңы ҡағиҙә буйынса йәшәйәсәк.

Күгәрсен районындағы биләмәләрҙең “айыҡ төбәктәр” тип аталыуы ихтимал.  “Ҡоро законға” Көйөргәҙе ауылдары ҡушылыу теләген белдергән. Район советтары ҡарарын хәҙер Башҡортостан парламенты раҫларға тейеш. Яңы документ һәм уны маҡсаттары халыҡ мәнфәғәте менән тап киләсәкме?

Сауҙалағы үҙгәреш һәм уның талаптары тураһында «Иғтибар үҙәгендә»  тапшырыуында тыңлағыҙ.

Студия эксперты - медицина фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева.

Тапшырыу «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында, шаршамбы, 16-сы мартта, Өфө ваҡыты менән 13 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.

 

Студия менән тура бәйләнеш телефоны: 8 (347) 246-50-33

Яҙма хәбәрҙәр өсөн («Whatsapp»): 8-919-617-96-41

Читайте нас в Яндекс.Новостях