Башҡортостанда ике комплекслы программа раҫланды

Башҡортостанда урман сәнәғәте һәм һөт тармағы үҫешен тәьмин итеү буйынса республика комплекслы программаһы раҫланды. 2030 йылға тиклем һөт етештереү күләмен икеләтә арттырыу, ә урман сәнәғәтендә бар төрлө эшмәкәрлекте яйға һалыу күҙ уңында тотола.  

 Республика башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан һөт тауарҙарын етештереү буйынса илдә алдынғылар рәтендә, әммә һауым кимәле уртаса, беҙҙең бурыс — һөттө аграр иҡтисадтың үҫеш нөктәһенә әйләндереү”, — тип билдәләне.

Республика биләмәһенең 40 процентында үҫкән урмандар ҙа төбәк иҡтисадына һиҙелерлек килем килтерергә тейеш. Был йәһәттән комплекслы программаның маҡсаты — ағас эшкәртеү күләмен өс тапҡыр арттырыу мөмкинлеген булдырыу. Бының өсөн урман сәнәғәте комплексында эшмәкәрлекте көйләү һәм ағасты законһыҙ ҡырҡыу осраҡтарына сик ҡуйыу талап ителә.

<![CDATA[]]>
<![CDATA[]]>
Подпишитесь на нас в Facebook


Последние новости

Яндекс.Метрика