Беҙҙең яҡташыбыҙ Әлиә Яҡупова тракторсылар конкурсына әҙерләнә

Беҙҙең яҡташыбыҙ, Илеш районы ҡыҙы Әлиә Яҡупова тракторсылар конкурсына әҙерләнә. Быға тиклем йәш белгес бер-нисә конкурста ҡатнашып еңеү яулап өлгөргәйне. Бар яҡтан һәләтле ҡыҙ менән хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина осрашты.

Әлиә Яҡупова эш башлар алдынан иң тәүҙә тракторҙың майын ҡарай. Транспорт та кеше кеүек иғтибарҙы ярата, шуға күрә ҡуҙғалыр алдынан уны ентекләп тикшерергә кәрәк, ти ҡыҙ.

Бала сағынан транспорт тирәһендә булышҡан атаһынан, ағаларынан бер тотам ҡалмай йөрөгән ҡыҙ, тора-бара үҙе лә техника менән ҡыҙыҡһына башлай.

Бересе тапҡыр, 15 ЙӘШЕНДӘ атаһының тракторын йөрөтөп ҡарай. Ҡатын-ҡыҙҙың бындай һөнәр һайлауына сәйерһенеп ҡараусылар ҙа бар, шул уҡ ваҡытта бында сая ҡыҙҙар менән һоҡланыусылар ҙа етерлек.

Ҡыҙҙың ата-әсәһе Әлиәнең техника менән ҡыҙыҡһыныуын, тәүҙә ваҡытлыса мауығыу ғына тип ҡабул итә. Аграр университеттың механика факультетына уҡырға инергә теләүен белгәс, улар тәүҙә аптырап ҡала. Йәш белгес уҡырға инеп кенә ҡалмай, ә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып еңеү яулай. Ир-егеттәр эшләй алмаған күнегеүҙәрҙе башҡара.

Йәйге практиканы үткәндә лә Әлиә иң ауыр техниканың береһен – комбайынды һайлай. Үҙ районына ҡайтып уңыш йыйырға ярҙам итә.

Аграр университет уҡытыусылары билдәләүенсә, механика  факультетына уҡырға инеүсе ҡыҙҙарҙың һаны йылдан йыл арта. Улар араһында конкурстарҙың йыш уҙғарылып тороуы, еңеүселәрҙең ҡиммәтле бүләктәр яулауы ла быға этәргес бирә.

Әлиә Яҡупова тиҙҙән ойоштороласаҡ механизаторҙар конкурсында ҡатнашып үҙен тағы ла бер тапҡыр һынап ҡарарға теләй ул.

<![CDATA[]]>
<![CDATA[]]>
Подпишитесь на нас в Facebook


Последние новости

Яндекс.Метрика