Ҡалалағы Маяковский скверы реконструкциянан һуң ошолай тип атап йөрөтөләсәк. Әле был зонаны тейешле шарттарға яраҡлы итеп йыһазландырыу өсөн Бөтә Рәсәй ҡала мөхитен ойоштороу конкурсына заявка ебәрелгән. Планға ярашлы, паркты йыл әйләнәһенә эшләрлек итеп төҙөкләндереү күҙаллана. Проектты эшләүселәр әйтеүенсә, бында ял итеү урындары, балалар майҙансыҡтары була. Скверҙа таш һындар ҡуйыла. Паркта күберәге Урал аръяғы таш оҫталарының эштәре урын аласаҡ.
Cибайҙа Урал аръяғы таш оҫталары паркы барлыҡҡа киләсәк
Смотрите выпуск Cибайҙа Урал аръяғы таш оҫталары паркы барлыҡҡа киләсәк
