Хоҡуҡи программа - 10.04.2021

  • Хоҡуҡи программа - 10.04.2021 - 1033459581 | ГТРК «Башкортостан»

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле телевизор ҡараусылар. Эфирҙа Хоҡуҡи программа, студияла Закир Шәрипов, беҙҙең бөгөнгө сығарылышта.

Стәрлетамаҡта йәш ҡыҙҙы үлтереүсе ҡулға алынды.

Өфөлә пассажир автобусы ирҙе тапатты.

Республикала ҡар һыуҙары йорттарҙы баҫа башланы.

Ә хәҙер ентекләберәк. 

- Стәрлетамаҡта йәш ҡыҙҙы үлтереүсе ҡулға алынды. 

За кадром. 21 йәшлек Диана Бикташеваның кәүҙәһе Әзербайжан гражданы фатирында табыла. Ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйған енәйәтсе шунда уҡ тыуған яғына ҡасырға маташа, әммә уны федераль кимәлдә эҙләү иғлан ителә. Хәҙер 23 йәшлек Фарахим Гурбанлы тәфтишселәр алдында яуап бирә. Тәүҙә ул ҡыҙҙы үтектең кабеле менән быуған.

Ә һуңынан тын алмауына ҡарамаҫтан, Гурбанлы ҡыҙға бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә.

Хәҙер Әзербайжан гражданы Рәсәйҙә оҙаҡҡа ҡаласаҡ. Уға 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай. Әлегә суд ирҙе ике айға изоляторға япты. 

- Өфөлә пассажир автобусы ирҙе тапатты.

Юл-транспорт ваҡиғаһы Ҡулса һәм Ульяновтар урамы киҫелешендә теркәлде. Юл уртаһында торған ирҙе Нефаз бәрҙерә һәм Яңауылдан килгән 48 йәшлек ир тәгәрмәс аҫтында ҡала. Ул ауыр йәрәхәттәрҙән йән бирә. Йәмәғәт транспорты менән 40 йәшлек водитель идара иткән.

Автобус 51а маршруты буйынса хәрәкәт иткән. Салонында 25 пассажир була, уларҙың береһе лә зыян күрмәгән. 

Туймазы районында йөк машинаһы ҡатнашлығында авария.

Һамар-Өфө-Силәбе трассаһында Форд Фокус һәм Скания бәрелешә. Еңел автомобиль менән 45 йәшлек Свердловск кешеһе идара итә, йөк машинаһы водителе — 32 йәшлек Силәбе гражданы. Һөҙөмтәлә Форд водителе йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана.

- Өфөлә лә Форд Фокус ҡатнашлығында авария.

Был юлы Беренсе май урамы буйлап Маяковский урамы йүнәлешендә китеп барған еңел автомобиль мопедты бәрҙерә. Һөҙөмтәлә мопед менән идара иткән кеше һәм пассажиры йәрәхәттәр ала. 

- Республикала ҡар һыуҙары йорттарҙы баҫа башланы. Көндәр ҡапыл йылытыу менән Иглин районында ҡар иреп йорттарға һыу кергән. Шулай уҡ айырым юлдар ҙа һыу аҫтында ҡалған. Апрель урталарында Ағиҙел йылғаһы боҙҙан әрселергә тейеш. Быйыл республикала 256 ауылға ташҡын янай. Көндәр 20 градусҡаса йылыта, тип белдерә синоптиктар. Шуға ҡотҡарыусылар төрлө хәлдәргә әҙер булыу кәрәклеген билдәләй. Ошо хаҡта беҙ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Ленар Вәхитов менән әңгәмәләшәбеҙ.

Әле ҡар һыуы шәхси йорттарҙы баҫыуы тураһында мәғлүмәттәр килә. Уларҙа йәшәүселәргә нисек һаҡланырға, ихатаға күп һыу йыйылмаһын өсөн, өйгә инмәһен өсөн нимә эшләргә.

Бәләкәй йылғаларҙа боҙ киткән. Ҙур йылғаларҙа боҙ ҡасан китә. Аныҡ ҡына мәғлүмәт бармы.

256 ауылға һыу баҫыу ҡурҡынысы янай тинек. Уларҙа нисә йорт һәм күпме кеше йәшәй.

Йылғалар ғәҙәттә төндә таша. Һыу буйҙарына яҡын урынлашҡан йортта йәшәүселәргә нимә әҙерләргә.

Йылғаларҙа боҙҙо шартлатыу, ҡарайтыу, бысыу эштәре атҡарылды бит инде. Ә боҙ тығыны барлыҡҡа килеп, өйөңә ҡапыл һыу килеп инһә, тәүҙә нисек булырға. 

Студияла Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Ленар Вәхитов менән әңгәмәләштек.

- Йыл башынан Башҡортостанда 1 мең 610 янғын теркәлгән, уларҙа 84 кешенең, шул иҫәптән 4 баланың ғүмере өҙөлгән. 63-сө төрлө йәрәхәттәр алған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был һандар башҡа йылдар менән сағыштырғанда күберәк. Бигерәк тә ҡорбанға килтергән янғындар. Ошо хаҡта беҙ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Ленар Вәхитов менән һөйләшәбеҙ. 

Сағыштырғанда уҙған йылдың ошо осоронда күпме үлемесле янғын булды.

Янғынға күберәк нимә сәбәпсе.

Янғындар күберәк тәүлектең ниндәй өлөшөндә була. Кеше йоҡлап ятҡанда ҡором еҫен һиҙмәй һәм янып үлә тиҙәр. Был ысынмы.

Икенсе бүлмәнән йә фатирҙан төтөн килә башлаһа, кешенең артабанғы ғәмәле.

Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай тиҙәр. Янғынды булдырмау өсөн нимәләр эшләргә. 

Студияла Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Ленар Вәхитов булды.

- Өфөлә 19 йәшлек студент ресторандарҙың ҡул киптереүсе электр ҡоролмаларын урлап йөрөгән.

Полиция видеокамералар ярҙамында йәш егеттең шәхесен асыҡлай һәм ҡулға ала. Уның 19 йәшлек студент икәне билдәле була. Егет үкенеүен йәшермәй һәм ҡул киптергестәрҙе иғлан биреп һатыуын һөйләп бирә. Барлығы ул ресторандарға 240 мең һумлыҡ зыян килтерә. Хоҡуҡ һаҡсылары студенттың 4 эпизодта ғәйепле икәнен дәлилләгән.

- Өфөлә ике кешенең автомобилде яндырып китеүҙәре тураһында хәбәр иткәйнек. Улар ҡулға алынды.

Төндә ике ир 41 йәшлек ҡатындың машинаһына яғыулыҡ ҡоя һәм ут төртә. Техника хужаһы быны күреп ҡала һәм полицияға, янғын һүндереүселәргә мөрәжәғәт итә. Ул Сочи ҡалаһында үсле кеше йәшәүен һөйләп бирә. Асыҡланыуынса, ир Өфө ҡалаһына шылтыратып, ағаһына ҡатындың автомобилен яндырырға тәҡдим итә. Тегеһе 11 мең һумға ярҙамсы табып, кеше мөлкәтен тәләфләй. Оператив эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә 40 һәм 35 йәшлек ирҙәр табыла, улар быға тиклем дә хөкөм ителгән. Енәйәтселәр барыһын һөйләп бирә. Хәҙер яндырыусыларҙы суд көтә. 

- Өфөлә йорт ҡыйығынан үтеп барған кешегә боҙ төшкән. 

Ваҡиға Хәҡиҡәт урамында теркәлгән. Ҡатындың башы ярылған һәм битенә ҡан аға. Ханым иҫен юғалтмаған һәм ярҙам һораған. Көндәр йылытҡас йорт яндарында иғтибарлы булығыҙ, ти белгестәр.

- Кредит алыр өсөн күпме аҡса түләргә кәрәк? Республикала халыҡҡа кредит алырға ярҙам иткән шикле ойошмалар һаны арта. Кеше иҫәбенә байығырға теләүсе брокерҙар бер кешенән кәмендә илле мең һум аҡса һорай. Мутлашыусылар ҡулына нисек эләкмәҫкә һәм уларҙан нисек һаҡланырға? Был һорауға хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов яуап эҙләне. 

- Өфө урамдарында соҡорҙар әҙерәк булһын өсөн ҡалала ауыр йөк машиналарының хәрәкәте сикләнде. Яңы талаптарҙың үтәлешен юл хәрәкәте хәүфефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре конторлдә тота. Рәлиә Сәхибгәрәева дауам итә.

Беҙҙең ижади төркөм бәлә-ҡазалар һеҙҙе урап үтһен, тип теләй. Хөрмәтле телевизор ҡараусылар, алдағы аҙналарҙа осрашҡанға тиклем, имен-аман булығыҙ.



Яндекс.Метрика