Хоҡуҡи программа - 27.03.21

  • Хоҡуҡи программа - 27.03.21 - 868379024 | ГТРК «Башкортостан»
  • Хоҡуҡи программа - 27.03.21 - 1203219829 | ГТРК «Башкортостан»
  • Хоҡуҡи программа - 27.03.21 - 1495888687 | ГТРК «Башкортостан»

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле телевизор ҡараусылар. Эфирҙа Хоҡуҡи программа, студиял Закир Шәрипов. Беҙҙең бөгөнгө сығарылышта.

  • Водителде туҡтатыр өсөн Белорет инспекторҙарына ҡорал ҡулланырға тура килә.
  • Йылайыр районындағы аварияла 5 бала зыян күрҙе.
  • Өфөлә 12-се ҡаттан алты йәшлек бала ҡолап төштө.
  • Ә хәҙер ошо һәм башҡа хәл-ваҡиғалар хаҡында ентекләберәк.

- Водителде туҡтатыр өсөн Белорет инспекторҙарына ҡорал ҡулланырға тура килә. Автомобиль тәгәрмәсенә атҡас ҡына ул туҡтарға мәжбүр була. Баҫтырыш хаҡында киләһе сюжетта.

Илеш районында полиция иҫерек үҫмерҙе туҡтатты. 

Ул Ваз автомобиле һатып алған, һуңынан апайының исеменә теркәгән һәм дуҫтары менән күңел асырға сығып киткән. Инспекторҙар водитель таныҡлығы булмаған 17 йәшлек егеттең эскән көйөнсә руль артына ултырыуын асыҡлай. Быға тиклем дә үҫмер полицияға эләккән булған, хәҙер уға енәйәт эше янай.  

- Йылайыр районы Матрай ауылы янында 10-сы маркалы ВАЗ машинаһы һәм ГАЗ-55 автомобиле бәрелешеп 7 кеше, шул иҫәптән 5  бала ҡазаға тарыны. 

Сабыйҙарҙың өсөһөнөң хәле уртаса һәм уларҙы Йылайыр дауаханаһына оҙатҡандар. Ә бына ике баланың сәләмәтлегенә етди зыян килеп, уларҙы Сибай клиникаһына ебәрәләр. Балаларҙы еңел автомобильдән сығарыу өсөн салонды ҡырҡырға тура килгән. Республика прокуратураһы Йылайыр районындағы авария буйынса енәйәт эште асты. Билдәле булыуынса, балаларҙы ата-әсәләре Матрайға дәрескә алып китеп барған.

- Өфө-Ырымбур трассаһында бер йәйәүле „Лада Ларгус„ тәгәрмәсе аҫтында ҡалып ауыр йәрәхәттәр алған. 

Авария “Ял кафеһы” туҡталышы янында була. Күгәрсен районында йәшәүсе 28 йәшлек водитель юлды рөхсәт ителмәгән урында йүгереп сығып барған кешене күрмәй ҡала. 38 йәшлек йәйәүле ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. 

- Юлдарҙа һаҡ булығыҙ. Ырымбур өлкәһендәге юл транспорт фажиғаһе буйынса суд ҡарары сығарылды. 

Уға ярашлы, аварияла яҡташыбыҙ ғәйепле. Руслан Ғилманов йыл ярымға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде, бынан тыш, ике йыл руль артына ултырға тыйыла һәм 250 мең һумлыҡ зыянды түләргә кәрәк. Әле яҡтар суд ҡарарына дәғүә белдереп ғариза яҙған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда  Руслан Ғилманов  йөк машинаһы менән китеп барғанда бензин ташыусы автоцистернаға бәрелмәйем тип ҡаршы юлға сыға. 

Ҡаты бәрелешеү  һөҙөмтәһендә Руслан Ғилмановтың машинаһы юл ситенә төшөп китә. Автоцистерна водителе күрәләтә юл ҡағиҙәләрен боҙоп ҙур авария сәбәпсеһе була. Бәхеткә унда ҡорбандар юҡ. 

- Башҡортостанда ҡала буйлап ауыр йөк ташыусы машиналар хәрәкәте сикләнде. 

Ул 22 апрелгә тиклем ғәмәлдә. Махсус йөк йөрөткән автомобилдәргә рөхсәт алырға һәм юлдарға килтерелгән зыян күләмен ҡапларға кәрәк. Түләү йөк ауырлығы һәм маршрут оҙонлоғона бәйле. Хөкүмәттең был ҡарарын боҙоусыларға 500 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. 

- Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ниваға кәмә тағып кешеләрҙе йөрөткән водитель яуапҡа тарттырылды.

Инспекторҙар кәмәлә кем ултырғанын һәм автомобиль хужаһын тиҙ асыҡланы. Бындай ҡылыҡ пассажирҙарға һәм башҡа водителдәр ғүмеренә хәүеф тыуҙырған. Күңел асырға яратҡан компания полиция бүлегенә килтерелгән. 20 йәшлек водителгә 2 мең һум штраф һалынған. 

Башҡортостанда «Бурыслы» операцияһы башланды. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы водителдәрҙе туҡтатып, уны мәғлүмәттәр базаһы буйынса тикшерә. 

Штрафты түләмәү осрағы асыҡланһа, ҡағиҙә боҙоусы административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Суд ҡарары менән ғәйепле 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыныуы ихтимал. Ә штрафты 20 көн эсендә түләгәндәргә 50 процентлыҡ ташлама яһала. Йыл башынан Дәүләт автоинспекцияһы штрафын ваҡытында түләмәгән өсөн 2 мең 500 водителде яуаплылыҡҡа тарттырған. Махсус операция ай аҙағына тиклем дауам итә. 

- Федераль трассаларҙа аварияларҙы кәметеү маҡсатында камералар һанын арттырыу бурысын хәл итер юлын тапҡандар. 

 Һөҙөмтәһеҙ участкаларҙағы ҡоролмаларҙы күсереп ҡуйырға иҫәпләйҙәр. Радий Хәбиров фото һәм видеотеркәү апараттарын ҡайҙа ғына урынлаштырһалар ҙы был хаҡта халыҡ хәбәрҙар булырға тейеш тине.

- Өфөлә 6 йәшлек бала 12-се ҡаттан ҡолап төштө. 

Ваҡиға Энтузиастар урамында теркәлде. Шаһиттар ҡотҡарыусыларҙы һәм ашығыс ярҙам саҡырта. Бала әле дауаханала. Мәғлүмәттәр буйынса сабый өйҙә яңғыҙы булмаған, әсәһе ҡалдырып күрше бүлмәгә сыҡҡан. Был хәл буйынса тикшереү ойошторолған.

- Өфөләге Комсомол урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендәге фатирҙа сыҡҡан ут һәм унда һәләк булған 2 кешенең үлеме енәйәткә бәйле булыуы ихтимал. 

Был хаҡта Тәфтиш комитеты хәбәр итә. 67 йәштәге һәм 65 йәшлек ҡатындың вафатына бәйле айырым тикшереү бара. Сәбәптәрҙе асыҡлау өсөн шаһиттарҙан һорау алына, дәлилдәр өйрәнелә. Янғын 23 мартта булғайны. Ут сығыу сәбәпле йорттан 30 кеше, шул иҫәптән 2 бала эвакуацияланды.

- Рәсәйҙең бер-нисә төбәгендә тыйылған “Аҫаба халыҡтар берләшмәһе” ойошмаһы рәйесе ҡулға алынды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, секта етәксеһе Рәүил Төхвәтуллинға ҡарата Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы  енәйәт эше ҡуҙғатҡайны.  Ул илдең конституция төҙөлөшөн көсләп үҙгәртеүгә саҡырыуҙа ғәйепләнде. Теманы хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов дауам итә.

- Италия интерполы Өфө эшҡыуарын Рәсәйгә экстрадицияланы. 

За кадром. Андрей Смышляев мутлашыуҙа ғәйепләнә. Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 2014-16 йылдарҙа ул етәкселек иткән тәгәрмәс шиналарын һатыусы компания 1 миллиард һумдан ашыу суммаға тауар ала һәм аҡсаһын күсермәй. Ошо уҡ осорҙа ғәйепләнеүсе “Трек” компанияһын бурысҡа батырып банкротлыҡҡа еткерә. Бизнесмен Италияға ҡаса, әммә уны 2019 йыл аҙағында интерпол ҡулға алған һәм әле Рәсәй хоҡуҡ һаҡсыларына тапшырған.

- Башҡортостан яҙғы ташҡынға әҙерме? Быйыл ташҡынд иң юғары кимәле май айына тура киләсәк, тип фаразлай белгестәр. Ошо көндәрҙә Өфө-Арена бо һарайы алдындағы майҙанда махсус техниканың мөһим осорға әҙерлеге тикшерелде. Ә граждандарҙы һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре  халыҡты иҫкәртеү  эштәрен  башланы. Хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов дауам итә. 


 — Республика оло һыуға әҙер. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдерәләр. Ошо хаҡта беҙ ведомство етәксеһе ярҙамсыһы Ленар Вәхитов менән әңгәмәләшәбеҙ.

Ташҡынға әҙерлек нисек бара.

Һыу баҫыу ҡурҡынысы булмған биләмәлә йәшәүселәргә нимәне белергә һәм нимә әҙерләргә кәрәк. 

Төндә йортоңа һыу килеп инһә, нисек булырға.

Быйыл ташҡын нисек фаразлана. Халыҡҡа нимәгә әҙерләнергә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Ленар Вәхитов менән әңгәмә тыңланығыҙ.

- Әйткәндәй, хәрбиҙәр йылғаларҙа боҙ тығындары булмаһын өсөн боҙҙо шартлата башланы.

Ғәҙәттә, боҙ тығылып, йылға ярҙарынан сыға һәм тирә-яҡты баҫа башлай. Ошондай хәл булмаһын өсөн хәрбиҙәр ярҙамға килә. Улар хәүефле урындарҙы билдәләп, боҙ шартлата. Был эштәр республиканың алты районында алып барыла.

- Бөгөнгө сығарылыш тамам. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә именлек теләп хушлашабыҙ. Киләһе аҙнала осрашҡандарға тиклем, һау булығыҙ.

 



Яндекс.Метрика