Хәйерле иртә, Республика! - 01.12.21 Шәл бәйләнем селтәрләп

  • Хәйерле иртә, Республика! - 01.12.21 Шәл бәйләнем селтәрләп
Башҡорт шәле Башҡортостан ғына түгел, бөтә Урал буйын, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә йәшәүсе халыҡты ла йылыта.

Өфөлә “Башҡорт шәле” республика фестиваль-конкурсына старт бирелде. Быйыл инде 14-се тапҡыр уҙғарылған сарала Ейәнсура, Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Хәйбулла, Миәкә Бишбүләк һәм башҡа райондарҙың оҫталары ҡатнаша.

Бөгөн беҙ башҡорт шәле тураһында әңгәмә ҡорорҡа ниәтләнек. Студияла ҡунаҡта-шәл бәйләү оҫтаһы Рәйлә Алламоратова һәм филология фәндәре докторы, фольклорсы Гөлнур Хөсәйенова.