Хәйерле иртә, Республика! - 03.12.21 Мөмкинлектәр сикләнмәгән

  • Хәйерле иртә, Республика! - 03.12.21 Мөмкинлектәр сикләнмәгән
Әлеге көндә Башҡортостанда социаль реабилитация йүнәлешендә биш дәүләт үҙәге эшләй.

Бөгөн  Халыҡ-ара инвалидтар көнө. Башҡортостанда йәшәгән һәр мөмкинлеге сикләнгән кеше реабилитация ярҙамы алырға хоҡуҡлы. Әлеге көндә Башҡортостанда социаль реабилитация йүнәлешендә биш дәүләт үҙәге эшләй,  Уларҙа комплекслы реабилитация, абилитация һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль адаптация тормошҡа ашырыла. Бөгөн беҙ ҙә ошондай үҙәктәр  эшмәкәрлеге тураһында һөйләшеүгә саҡырабыҙ. Студияла - мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге методисы  Гүзәл Фәхрисламова, үҫмерҙәр өсөн “Ритм» көндөҙгө мәшғүллек үҙәге Айгөл  Хәсәнова һәм көршәк  яһау оҫтаһы  Радмир Райманов.