Һеҙ һандарҙың сихри көсөнә ышанаһығыҙмы? Уңыш килтерә торған һанығыҙ бармы? Нумерология кешенең холоҡ — фиғелен, киләсәген билдәләгәндә, ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул иткәндә файҙалана. Тормошобоҙҙо үҙгәртергә теләһәк, һандар менән идара итергә өйрәнергә кәрәк, ти белгестәр. Был ысынлап та шулаймы? Һандар яҙмышты үҙгәртә аламы? Ҡунағыбыҙ — нумеролог, психолог Айгөл Бәширова менән бергә ошо һорауҙарға аныҡлыҡ индерергә тырышырбыҙ.
Хәйерле иртә, Республика! - 14.01.22 Һандар сере
Нумерология, йәғни һандар тураһындағы фән күптән билдәле. Һуңғы ваҡытта ул айырыуса популярлыҡ яулай.