Хәйерле иртә, Республика! - 24.01.22 Рәсәйҙәге яңы ҡанундар

  • Хәйерле иртә, Республика! - 24.01.22 Рәсәйҙәге яңы ҡанундар
Ғәҙәттә, яңы йылдың беренсе ғинуарынан һәм беренсе февралдән бихисап закон проекттары үҙ көсөнә инә.

Беренсе февралдән Рәсәйҙә яңы ҡануниәт үҙ көсөнә инә. Уларҙың береһе – спиртлы эсемлектәргә акциздарҙың 4-5  процентҡа тиклем артыуы. Бының үҙ сәбәбе лә бар. Бойҙайҙың тоннаһына хаҡ үҙгәреү менән, араҡы-шараптың бер шешәһе уртаса 9 һумға ҡиммәтләнә. Ҡыштың һуңғы айының беренсе көнө хаҡлы ялдағыларға ла ҡыуаныс алып киләсәк. Илдә 14,5 миллион пенсионерға айлыҡ түләүҙәр 5,8  процентҡа индексацяилана. Беренсе бала өсөн “Әсәлек капиталы” күләме хәҙер 503 мең 237 һум булһа, икенсе бала өсөн түләү 665 мең тәңкәгә торош итә. 

Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән  барасаҡ әңгәмә темаһын ҡунағыбыҙ үҙе иғлан итер. Сөнки, был йүнәлеш уға элекке һөнәре буйынса ла яҡшы таныш.