Хәйерле иртә, Республика! - 26.01.22 "Мираҫ"тарҙан февраль бүләге

  • Хәйерле иртә, Республика! - 26.01.22 "Мираҫ"тарҙан февраль бүләге
"Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле бүләк әҙерләй.

Франция, Испания, Португалия, Италия, Бельгия, Германия, Люксембург, Болгария, Венгрия, Швейцария, Великобритания тамашасылары уларҙы аяҡ үрә баҫып алҡыштарға күмә. Рәсәй төбәктәрендә, Башҡортостандың һәр район-ҡалаларында был коллективты яраталар. Хор, бейеүселәр, оркестр, йәмле һәм дә дәртле номерҙар. «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле тураһында бик күп һөйләргә мөмкин. Тапшырыуыбыҙҙы бөгөн тап ошо коллективҡа арнайбыҙ. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта — «Мираҫ» ансамбле йырсылары – Юнир Һағынбаев  һәм Зәлиә Нурлы.