Хәйерле иртә, Республика! - 11.05.22 Рафаэль Сәлихов иҫтәлегенә

  • Хәйерле иртә, Республика! - 11.05.22 Рафаэль Сәлихов иҫтәлегенә
Милли театрыбыҙ сәхнәһендә ҡояш, йондоҙ булып балҡыған, халыҡ хәтерендә яҡты эҙ ҡалдырған үҙенсәлекле шәхесебеҙ - Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Сәлихов тураһында һүҙебеҙ.

Башҡортостандың халыҡ артисының 90 йыллылғына бағышланған документаль фильм да юҡҡа ғына “Рафаэль Сәлиховтың ҡояш театры” тип аталмайҙыр. Был турала беҙ авторҙың үҙенән һорарға булдыҡ. Хеҙмәттәшебеҙ, билдәле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Иҙрисова беҙҙең менән студияла.