Табиптар аллергияны ХХI быуат сире, тип атай. Һәм улар хаҡлы. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Ер йөҙөндәге һәр дүртенсе кеше аллергия менән яфалана. Һуңғы йылдарҙа ғына был мәкерле сир ҡапҡанына эләгеүселәр һаны 4 тапҡырға артҡан. Әле лә бөтә донъя уянған, йәшеллеккә күмелгән мәл аллергиктар өсөн оло һынауға әйләнә.
Бөгөн беҙ аллергия, унан ҡотолоу юлдары, иҫкәртеү саралары тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
Студия ҡунағы — Өфөнөң 6-сы балалар поликлиникаһы табибы, аллерголог-иммунолог Юлиә Искәнйәрова.