Хәйерле иртә, Республика! - 30.05.2023 Күңел күҙе

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 30.05.2023 Күңел күҙе

1-се июндә, Балалар көнөнә арнап, баш ҡалала балаларҙың ижади ҡоролтайы мәҙәни форумы ойошторола.

Унда үҙенсәлекле театр сығыш яһарға әҙерләнә. Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Күңел күҙе" атҡаҙанған инклюзив халыҡ театрының йәш артистары "Мин бишкә тиклем һанайым" тип аталған спектакль менән сығыш яһай.

Театрҙың етәксеһе – Башҡортостандың халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов һәм коллективтың актрисаһы Әлиә Мусина бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.