"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуының күсмә студияһы был шишәмбелә Әлшәйҙә эшләне. Райондың Шафран ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һалдаттарҙың "туғандар ҡәберлеге" бар. Был зыярат 365 яугирҙың һуңғы төйәге. Шафран – дәшһәтле осорҙа Башҡортосанда махсус госпиталь урынлашҡан ауылдарҙың береһе булып тора.
Тапшырыуҙа Әлшәй хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире Мирғәсим Әкимбәтов, Шафран урта мәктәбе директоры Ләйсән Хәлимова, Шафран балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Зилә Әхмәҙиева ҡатнаша.