Хәйерле иртә, республика! - 10.09.20 "Башҡортостан-24" каналында опера һәм балет байрамы!

«Башҡортостан-24» каналы тематик көндәр ойоштороуын дауам итә. Бөгөн дә каналда сағыу ваҡиға - Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры көнө. Ошо уңайҙан “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуының бөгөнгө сығарылышында мәҙәни усаҡтың иң сағыу солистары Диләрә Иҙрисова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Ҡәйепҡолов менән опера театры эшмәкәрлеге, ижади пландар, ғәмүмән илаһи сәнғәт тураһында Һөйләшәбеҙ.



Яндекс.Метрика