Хәйерле иртә, республика! - 11.06.21 Тыуған көнөң менән, Өфө!

Республикабыҙ матур байрамдар ҡаршыларға әҙерләнә. Иртәгә бер юлы өс байрам — Рәсәй көнө, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға — 447, Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл билдәләнә. Был даталарҙың һәр береһе беҙҙең өсөн мөһим һәм ҡәҙерле. Беҙ ҙә бөгөн эфирыбыҙҙы йырҙа йырланғанса Өфө – йөрәк тибешем тип атаныҡ.  Байрам көндәрендә беҙҙе ниндәй саралар көтә, Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары ҡайҙа  барып күңелле ял итеп ҡайта ала. Ошо һәм  башҡа һорауҙарға  Өфө ҡала хакимиәте мәғариф идаралығының телдәр сәйәсәте буйынса бүлек  етәксеһе  Салауат Руслан улы Дәүләтшин яуап бирә. 

Өфөбөҙ – нисәмә милләт халыҡтың дуҫ йәшәгән төйәге, дуҫлыҡ ҡалаһы. Ул көндән-көн матурлана. Урамдары, парктары төҙөкләндерелә, киләсәк быуаттарҙа ла архитектура үрнәктәре булырлыҡ үҙенсәлекле биналар төҙөлә. Шик юҡ, ҡалабыҙҙы яҡты киләсәк көтә.  Ә бына беҙҙең ҡунағыбыҙ  үткәрдәрҙе белмәйенсә, киләсәк тураһында һүҙ йөрөтөүе ҡатмарлы тигән фекерҙә һәм ул хаҡлы. Өфө тарихы музейы етәксеһе Тимур Таһир улы Ильясов менән әңгәмә ҡорабыҙ.



Яндекс.Метрика