Хәйерле иртә, республика! - 11.10.21 Байрам менән, Башҡортостан!

  • Хәйерле иртә, республика! - 11.10.21 Байрам менән, Башҡортостан!

Бөгөн 11  октябрь, Башҡортостан үҙенең төп байрамын – Республика көнөн билдәләй. 
Республика көнө байрамы тарихы 1990-сы йылға барып тоташа. Бына инде 31 йыл дауамында Башҡортостан Рәсәй составында алдынғы үҫеш юлында һәм илдең төп терәктәренең береһе. Башҡортостан Республикаһының төп билдәләре — улар гимн, флаг һәм герб. Башҡортостан гербы 1999-сы йылда төбәк парламенты тарафынан раҫланып ҡабул ителде. Герб уртаһында ҡалҡып килгән ҡояш нурҙары фонында милли герой Салауат Юлаев һындандырылып, милли орнамент менән биҙәлгән. Түбәндәрәк иһә ҡурай сәскәһе таждары. Ул халыҡтар батырлығы билдәһе. Башҡортостандың дәүләт гимны авторҙары Рауил Бикбаев менән Рәшит Шәкир. Гимн һүҙҙәрен рус теленә Фәрит Иҙрисов менән Светлана Чураева тәржемәләгән. Гимн көйө авторы Фәрит Иҙрисов. Ә бына Башҡортостан флагы аворҙары республиканың рәссамдар берлеге ағзаһы Урал Мәсәлимов менән Ольга Асабина. 
Башҡортостандың төп символдарының береһе авторҙары менән рееспублика көнө иртәһендә әңгәмә ҡорабыҙ. Студияла бөгөн Башҡортостандың рәссамдәр берлеге ағзаһы, республика флагы авторҙарының береһе Урал Тимербулат улы Мәсәлимов.