Хәйерле иртә, республика! - 14.12.20 Башҡорт теле көнө! | Выпуск передачи ГТРК «Башкортостан»

Хәйерле иртә, республика! - 14.12.20 Башҡорт теле көнө!

Бөгөн, 14 декабрҙә, төбәк башлығы указына ярашлы республикабыҙҙа “Башҡорт теле көнө” билдәләнә. Әйткәндәй, башҡорт телен үҫтереүгә, киңерәк таратыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән саралар быйыл йыл дауамында барҙы.

Беҙҙә ҡунаҡта БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының 5-се курс студенты Алина Сурағолова. Ул насар күргәндәр, һуҡырҙар өсөн башҡорт телен өйрәнеү методикаһын төҙөгән. Шулай уҡ боронғо төрөктәрҙең рун яҙмаһын брайл шрифтына күсергән һәм башҡортсаға тәржемә иткән.

Шулай уҡ беҙ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.