Хәйерле иртә, республика! - 18.12.20 Cәләмәт тештәр | Выпуск передачи ГТРК «Башкортостан»

Хәйерле иртә, республика! - 18.12.20 Cәләмәт тештәр

Ап-аҡ матур тештәр — сәләмәтлек билдәһе. Шуға ла үҙенең сәләмәтлегенә иғтибарлы булған һәр кем үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла теш табибтарына мөрәжәғәт итмәй ҡалмай. Әйткәндәй, хәҙер стоматология бүлмәһе янында дер ҡалтырап ултырыусы берәүҙе лә күрмәҫһең, сөнки заманса ҡорамалдар һәм эш алымы бер ниндәй ауыртыныуһыҙ һәм һыҙланыуһыҙ дауаланыу үтергә, протез ҡуйҙырырға, теш һурҙырырға мөмкинлек бирә. Бөгөн беҙҙең һорауҙарға 1-се категориялағы табип-стоматолог-терапевт Зөлфиә Замир ҡыҙы Минһажева яуап бирә.