Хәйерле иртә, республика! - 19.01.21 Йоҡо тәме

Йоҡо – донъялағы иң тәмле нәмәләрҙең береһе. Кемдер уның рәхәтен күрә, ә бына ҡайһы берәүҙәр, йоҡлап китә алмай, әллә нисә сәғәттәр буйына ыҙалана. Һеҙҙең нисек, телевизор ҡараусы дуҫтар? Барығыҙға ла хәйерле иртә! Йоҡоларығыҙ туйып, ял итеп уяндығыҙмы? Бөгөн тапшырыу барышында йоҡоһоҙлоҡ һәм уны дауалау юлдары тураһында һөйләшмәксебеҙ. Баҡтиһәң, төндә насар йоҡлауға түҙергә кәрәкмәй икән. Йоҡо менән сир сыға, ти халыҡ мәҡәле һәм артынса уҡ, ялҡауҙы йоҡо баҫыр, тип ҡурҡытып та ҡуя. Туйғанса йоҡларғамы, әллә ялҡау исемен алыуҙан һиҫкәнеп аҙ ғына серем итеп алырғамы? 



Яндекс.Метрика