Хәйерле иртә, республика! - 19.02.21 Теле барҙың - иле бар

ЮНЕСКО Халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәр буйынса ер шарында 7 меңдән ашыу тел иҫәпләнә. Уларҙың яртыһына  тиерлек, 40 процентына  яҡын арала юғалыу ҡурҡынысы янай. Телдәрҙең юғалыуын иҫкәртеү буйынса  үткәрелгән сараларҙың береһе булараҡ, 21 февраль бөтә илдәрҙә Халыҡ – ара туған телдәр көнө билдәләнә. Беҙ ҙә был саранан ситтә ҡалманыҡ.  Башҡортостанда  телдәр, уларҙың торошо һәм үҫтереү юлдары тураһында һөйләшеүгә студияға  Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәтселек һәм журналистика  факультеты  деканы Гөлфирә  Риф ҡыҙы Абдуллинаны саҡырҙыҡ.



Яндекс.Метрика