Хәйерле иртә, республика 20.07.21 - МӨБӘРӘК БУЛ ҠОРБАН ҒӘЙЕТЕ!

Ураҙа байрамынан һуң 70 көн уҙғас, йыл һайын Зөлхизә айының унынсы көнөндә Ҡорбан ғәйете билдәләнә. Быйыл ул 20 июлгә тап килде. Быйыл коронавирустың таралыуына юл ҡуймау өсөн Ҡорбан байрамы махсус шарттарҙа үтә. 65 йәштән өлкәндәргә, шулай уҡ хроник сирлеләргә байрам ғибәҙәтенән баш тартыу кәңәш ителде. Мәсеттәрҙә санитар эшкәртеү саралары күрелә.  Ғәйеттең тағы ниндәй нескәлектәре һәм тәртиптәре бар? Мал һуйыу урындары нисек йыһазландырылған? Студиябыҙ ҡунаҡтары ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирергә әҙер. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин һәм Башкортостандың Ветеринария идаралығының бүлек етәксеһе Линар Йыһаншин.



Яндекс.Метрика