Хәйерле иртә, республика! - 22.10.21 Халыҡ иҫәбен алыу - 2021

  • Хәйерле иртә, республика! - 22.10.21 Халыҡ иҫәбен алыу - 2021

Был аҙнала илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда  Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башланды. Ун йылға бер үткәрелә торған  тарихи  сара быйыл тәүге тапҡыр һанлы форматта үтә.   Был мөһим ваҡиға үҙ алдына ниндәй бурыстар ҡуя,  халыҡ ниндәй һорауҙарға яуап бирә һәм иҫәп алыу бланктарын тултырғанда нимәгә иғтибар итергә тейеш?  Быйылғы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына ниндәй үҙенсәлек хас? Ошо һәм башҡа һорауҙарға бөгөн мөһим сараны  үткәреү бурысын үҙ иңдәренә алыусы ҡунаҡтарыбыҙ  — Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Шакирйән улы Ғатауллин һәм, контролер, халыҡ иҫәбен алыусы  Сәүиә Миңлеғәли ҡыҙы Ғәзизова  яуап бирәсәк