Хәйерле иртә, республика! - 26.03.21 Көнүҙәк мәсьәлә - вакцинация | Выпуск передачи ГТРК «Башкортостан»

Хәйерле иртә, республика! - 26.03.21 Көнүҙәк мәсьәлә - вакцинация

Илдә, шул иҫәптән республикала дөйөм вакцинация кампанияһы бара. Өфөлә прививка эшләтеү өсөн мобиль пунктар эшләй.  Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә  ковид19-ға ҡаршы вакцинаны 120 меңдән ашыу кеше  эшләткән. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн  ике миллиондан ашыу кешегә прививка эшләнергә тейеш. Коронавирус, вакцинация тураһында күп һөйләйбеҙ. Әммә һаман  халыҡты борсоған һорауҙар бихисап. 
Бөгөн COVID-19-ға ҡаршы вакцина яһатыу буйынса көнүҙәк һорауҙарға БДМУ клиникаһының Микробиология һәм вирусология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Марсель Тойғонов яуап бирә.



Яндекс.Метрика