Хәйерле иртә республика! - 27.10.21 Һәйкәлде ниҙәр көтә?

  • Хәйерле иртә республика! - 27.10.21 Һәйкәлде ниҙәр көтә?

Салауат Юлаев һәйкәленә ниҙәр булыр? Һуңғы ваҡытта йәмәғәтселекте ошо һорау борсой. 
Скульптураны реставрациялау тураһында ҡарар ҡабул ителгәндән һуң халыҡ араһында төрлө хәбәрҙәр таралды. Ошо йәһәттән Өфөлә йәмәғәт тыңлауҙары ла, журналистар менән осрашыуҙар ҙа үтте.
Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа 1967 йылда суйындан ҡуйылған һәйкәл ныҡ таушалған. 2019 йылғы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә уның авария хәлендә булыуы асыҡланған. Проблемалар скульптураның үҙендә генә түгел, ярты быуаттан ашыу ултырып уның постаменты ла емерелә башлаған. Нигеҙҙе, ул торған ерҙе лә нығытыу кәрәк. Әгәр ҙә яҡын арала бер сара ла күрелмәһә, һәйкәл теләһә ниндәй ваҡытта емерелеп төшөүе ихтимал, ти белгестәр.
Мәҙәни мираҫ объектын һаҡлап ҡалыу йәһәтенән ремонт эштәрен башҡарыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Милли батырыбыҙҙың скульптураһын башҡа урынға күсермәй, постаменттың уң яғына ҡуйып төҙөкләндерергә хәл ителгән. Әлеге ваҡытта дәүләт экспертизаһына документтар әҙерләнә. Төҙөкләндереү киләһе йылдың май айында башланыр, тип көтөлә. 
“Хәйерле иртә, республика” тапшырыуының бөгөнгө сығарылышын ошо темаға бағышлап, студтябыҙға архитектор, “Арх-тамға” эксперт–проект бюроһы етәксеһе Рөстәм Әлибаевты саҡырҙыҡ.