Хәйерле иртә, республика! - 29.07.20 Изге эш берләштерә

“Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында үҙенсәлекле клиптың премьераһы. “Полина, йәшә” тип атала ул. Башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары берләшеп, уникаль проект ойошторған. Ул ауырыу балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Кескәйҙәрҙең ғүмерен ҡотҡарыуға үҙ өлөшөн индергән изге күңелле кешеләр тураһында булды бөгөнгө әңгәмәбеҙ. Студияла ҡунаҡта ошо хәйриә акцияһында ҡатнашҡан егет-ҡыҙҙар һәм тәүге клиптың геройы — кескәй генә Полина әсәһе Рүзилә менән булды.



Яндекс.Метрика