Хәйерле иртә, республика! - 4.06.21 Йәйҙең тәме - еләктә

  • Хәйерле иртә, республика! - 4.06.21 Йәйҙең тәме - еләктә

Башҡортостанда баҡса еләге миҙгеле башлана. Иң уңған хужабикәләрҙең баҡсаһында йәйҙең төп емеше  өлгөргән дә инде.  Ә һеҙ был татлы емеште тәмләп ҡаранығыҙмы. Сит төбәктәрҙән килтерелгәнен түгел, үҙебеҙҙең, Башҡортостанда үҫтерелгәнен. Оҙаҡламай ҡала баҙарҙарында ла был татлы емеш һатыла башлаясаҡ. Теләгәндәр иһә, махсус питомниктарға барып үҙҙәре йыйып алып ҡайта ала. Шулай итеп. бөгөн беҙҙә ҡунаҡта — Шишмә йәшелсә-емеш питомнигы етәксеһе урынбаҫары Ынйы Әхмәҙуллина. Баҡса еләген нисек дөрәҫ тәрбиәләргә, уны үҫтереү нескәлектәре тураһында һөйләшәсәкбеҙ бөгөн.