Хәйерле иртә, Республика! – Батырҙарға – дан!

Миңлеғәле Шайморатов Рәсәй геройы исеменә лайыҡ, тип һанаған яҡташтарыбыҙҙың берҙәмлеге бихисап ҡултамғалар менән нығытылған. Улар  йөҙәрләгән ҡағыҙ биттәрендә тупланған.  Әгәр ҙә һуғыштан һуңғы йылдарҙа уның исемен иҫкә алыу ҡәтғи тыйылһа, замандаштарыбыҙҙың геройға  исем  юллап күтәрелеп сығыуы һөҙөмтәһеҙ ҡалманы. 112- се Башҡорт кавалерия дивизияһының  легендар комдивы, генерал майор Миңлеғәле Шайморатов – Рәсәй геройы!
Шулай уҡ тамашасыларыбыҙ иғтибарына 78 йыл элек өҙөлгән юл тураһында тетрәндергес ваҡиға әҙерләнек. Күҙ алдына килтергеҙ — Бөйөк Ватан һуғышының иң киҫкен осоро – Сталинград өсөн ҡаты бәрелеш бара. Һарытау өлкәһенән Өфө йүнәлешендә яралыларҙы госпиталдәргә ташыйҙар…



Яндекс.Метрика