Хәйерле иртә, Республика! - Еңел пар менән!

Бөгөн таҫтамал көнө билдәләнгәнен белеп ҡалғас, “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында мунса тураһында һөйләшергә ниәтләнек. “Таҙалыҡ – ярты иман”, – тип әйткән Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ. Ислам дине таҙалыҡҡа, мосолмандарҙың тышҡы һәм эске сафлығына һәр ваҡыт иғтибарлы булған. Йыуыныу процедураларының кәрәклеге тураһында хәҙисләрҙә үк әйтелә. Шулай итеп, мунса инеү йолаларының тамырҙары алыҫ үткәндәргә ҡайтып ҡала. Һәр халыҡтың, урындағы үҙенсәлектәргә, менталитетҡа бәйле, мунса мәҙәниәте бар. Ә әле һеҙҙең мунса яратыусылар күпме? Миндек ҡасан әҙерләргә? Ниндәйе яҡшыраҡ? Ошо һорауҙарға тамашасыларыбыҙ менән бергә яуаптар эҙләнек.

 



Яндекс.Метрика