Хәйерле иртә, Республика! - Именлегең үҙ ҡулыңда!

Бөгөнгө һүҙебеҙҙе ҡотҡарыусыларға бәйләүебеҙ осраҡлы түгел. Башҡортостанда һыуға батып үлеүселәр һәм янғындарҙа ҡорбан булыусылар көндән-көн арта. Бер аҙнала 13 кешенең тап һыу ятҡылыҡтарында һәләк булыуы ныҡ ҡурҡыныс.

Янғындар ҙа кәмемәй. Көн аша тиерлек беҙ теге йәки был районда сыҡҡан утта кешеләрҙең янып үлеүен ишетеп ҡурҡыуға төшәбеҙ.

Һыуҙа үҙеңдең нисек тоторға һәм уттан нисек һаҡланырға. Бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ ошо һорауҙарға яуап бирер. Студиябыҙҙа бөгөн Ниал Бакиров. Ул бәләкәй судноларҙы тикшереү буйынса дәүләт инспекторы. Тағы ла бер эксперт – Рәсим Абдуллин. Ул Өфөнөң янғын идаралығы хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары.



Яндекс.Метрика