Хәйерле иртә, Республика! - Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ!

“Хәйерле иртә, республика” тапшырыуының бөгөнгө сығарылышы мутлашыусылар һәм уларҙан һаҡланыу саралары тураһында. Һуңғы осорҙа еңел аҡса эшләү юлдарын эҙләүселәр әүҙемләшкән. Хатта пандемия мәлен ҡулланып, кешеләрҙе алдауҙың яңы ысулдларын уйлап табалар. Мәҫәлән, Өфө районының Зубов ауылында йәшәүселәргә ике ир имеш коронавирус барлығын асыҡлаусы ҡоролма һатып алырға тәҡдим итеп йөрөгән. Шуға властар халыҡты уяу булырға саҡыра. Әгәр ҙә ниндәйҙер һорау тыуа ҡалһа, коронавирус буйынса ҡыҙыу линия телефонына шылтыратып белешергә мөмкин. Номеры – 268-58-27, 279-91-20. Өфөнөң коды 347. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй. 



Яндекс.Метрика