Хәйерле иртә, республика! – Радио көнө

7 май — радио көнө. Тап ошо көндә Рәсәй физигы Александр Попов беренсе радиобәйләнеш сеансы булдыра һәм донъяға тәүге радиоалғысты күрһәтә. Ул ваҡиғанан алып 126 йыл ваҡыт үткән. Бөгөн радио һәм элемтә технологиялары көндәлек тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Юлда булһынмы, өйҙә, урамда, эштә лә радио — күптәрҙең тоғро юлдашы булып тора. 

Башҡортостанда беренсе радиотапшырыуҙар бынан 94 йыл элек эфирға сыға.  Бер быуатлыҡ дәүер эсендә ул төрлө  ваҡиғалар, бихисап үҙгәрештәр аша үтеүгә ҡарамаҫтан, үҙенең дәрәжәһен, абруйын һаҡлап ҡала алған. Радио булмышы, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостан телерадиокомпанияһының директор урынбаҫары Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева менән һөйләшәбеҙ.



Яндекс.Метрика