Хәйерле иртә, республика! - Утты бойһондороусылар Илдус һәм Филүс Ракимовтар

4 май — халыҡ-ара янғынды һүндереүселәр көнө. Ошо уңайҙан студияға бер түгел, ике янғын һүндереүсене саҡырҙыҡ. Әммә уларҙың икеһенә лә бер үк йөҙ һәм бер үк фамилия. Сөнки ҡунаҡтарыбыҙ игеҙәктәр — Филүс һәм Илдус Ракимовтар. Улар бер үк һөнәр һайлаған һәм Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 6-сы янғын һүндереү бүлегендә хеҙмәт итәләр.

 



Яндекс.Метрика