Иғтибар үҙәгендә - 23.03.22 Башҡортостан мөғәллимдәрен Мәскәүҙә көтәләр

  • Иғтибар үҙәгендә - 23.03.22 Башҡортостан мөғәллимдәрен Мәскәүҙә көтәләр
Республикала «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара ярышҡа йомғаҡ яһалды.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы» конкурсының быйылғы еңеүселәрен Мәскәүҙә көтәләр. Башҡортостан мөғәллимдәре хәҙер ил кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашыу хоҡуғын яуланы.

Ошо турала «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһының «Иғтибар үҙәгендә» тапшырыуында Өфөнөң 107-се һанлы мәктәбе мөғәллиме Мираҫ Ишдәүләтов белдерҙе. Тап ул «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы — 2022» конкурсы еңеүсе исемен яуланы ла инде.