Иғтибар үҙәгендә - 20.04.22 Башҡортостан умартасылары борсолоу белдерә

  • Иғтибар үҙәгендә - 20.04.22 Башҡортостан умартасылары борсолоу белдерә
Башҡортостан умартасылары борсолоу белдерә.

Башҡортостан умартасыларының борсолоу сәбәбе – бөгөн Учалы районына Үзбәкстандан һатыуға килтерелгән бал ҡорттары күсе. Күстәр тейәлгән өс «Газель» автомобиле район ауылдары буйлап, бал ҡорттары менән сауҙа итә. «Тере тауарҙың» документтары булмауы ихтимал. Ваҡиғаны асыҡлау өсөн ветеринар хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. 
«Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында барған «Иғтибар үҙәгендә» тапшырыуында ҡатнашыусы эксперттар — умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса республика фәнни-тикшеренеү үҙәге етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Мөрсәлимова менән Иглин уматасыһы Фәнис Хәлилов ошо турала белдерҙе.