Иғтибар үҙәгендә - 11.08.21 Урман янғындарынан нисек һаҡланырға?

  • Иғтибар үҙәгендә - 11.08.21 Урман янғындарынан нисек һаҡланырға?

Башҡортостанда урмандар яна. Бөгөнгә республиканың тиҫтәгә яҡын  районында 3 мең ярым гектарҙан ашыу майҙанға ут тоҡанған. Хәйбулла районында мең өс ер гектарҙы ут ялмаһы, Бөрйәндә ун биләмәлә янғынға ҡаршы көрәшәләр. Йылайырҙа 300 гектарға таралған ялҡынды һүндереүҙә ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр эшләй.  Ейәнсура, Белорет, Дыуан, Баймаҡта хәлдәр ҡатмарлы. Урман янғындарынан нисек һаҡланырға? “Иғтибар үҙәгендә” тапшырыуы ҡунаҡтары  — Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Ленар Вәхитов һәм урман хужалығы министрлығының матбуғат сәркәтибе Айрат Искәндәров менән әңгәмә ошо хаҡта.