Иҡтисади Башҡортостан - 08.07.21 Вакцинация тураһында ғалим-вирусолог Марсель Тойғонов менән әңгәмә

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 08.07.21 Вакцинация тураһында ғалим-вирусолог Марсель Тойғонов менән әңгәмә
Иҡтисади Башҡортостан - 08.07.21 Вакцинация тураһында ғалим-вирусолог Марсель Тойғонов менән әңгәмә

Европала коронавирусты иң беренсе булып Сан Марино дәүләте еңгән. Сере ябай... бындағы халыҡтың 80 процентҡа яҡыны май айында вакцинация үткән. Бөгөн һүҙ йәнә лә ошо хаҡта булыр.
Йәнә лә вакцинация тип һүҙ башлайбыҙ, сөнки Рәсәйҙә пандемияның өсөнсө тулҡыны башланыуы тураһында хәбәрҙәр йөрөгәндә, ҡайһы берҙәрҙең был ябай, иң мөһиме ғәҙәти процедураны үтергә теләмәүе аңлашылып етмәй. Коллектив иммунитет булдырмайынса тороп, был мәкерле сирҙән ҡотолоу сараһы юҡ, тип ғалимдар бушҡа ғына әйтмәйҙер ҙә бит. Ғалимдарға йүнәлтер һорауҙар күп, шуларҙы бер ни тиклеменә тапшырыу барышында яуап ишетербеҙ. Студяибыҙҙа ҡунаҡта Медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университетының микробиология һәм вирусология кафедраһы мөдире Марсель Тойғонов.