Иҡтисади Башҡортостан - 27.01.22 Февралдән бурыслыларҙың хоҡуҡтарын яҡлаусы закон үҙ көсөнә инә

  • Иҡтисади Башҡортостан - 27.01.22 Февралдән бурыслыларҙың хоҡуҡтарын яҡлаусы закон үҙ көсөнә инә
Февралдән бурыслыларҙың хоҡуҡтарын яҡлаусы закон үҙ көсөнә инә

Бурыстар, шулай тигәндә, аҡса менән үлсәнә торған бурысты күҙ уңында тотоп, уны ваҡытында ҡайтармаған осраҡта ниндәй эҙемтәләргә килтереүе хаҡында һөйләшәбеҙ. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Илнур Мәхмүтов студиябыҙ ҡунағы.
Бөгөнгө осрашыуға мәғлүмәти сәбәптәр ҙә етерлек. 4 көндән, йәғни 1 февралдән бурыслыларҙың хоҡуҡтарын яҡлаусы закон үҙ көсөнә инә. Йәғни, хәҙер бурысы булғандар айлыҡ килеменең йәшәү минимумына тиң суммаһын үҙендә ҡалдыра ала. Ул әлеге ваҡытта 13 мең һум тирәһе тәшкил итә.