Иҡтисади Башҡортостан - 03.06.21 Башҡортостан урмандарының ярты миллион гектар майҙаны хәүеф аҫтында

Был хәүеф сығанағы ағас урлаусы браконьерҙар ҙа, янғын да түгел, ә бәләкәй генә ҡарышлауыҡтан башлана. Парһыҙ ебәк күбәләге республиканың Урал аръяғы райондарын тура мәғәнәһендә баҫып алды. Эҫе, ҡоролоҡло 2010 йылды хәтергә төшөрһәк Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура яҡтарында йәшәүселәр яҡшы хәтерләйҙер – япраҡлы ағастар, бигерәк тә ҡайындар йәй башында яланғас тороп ҡалғайны. Ҡоро һауа торошон үҙ иткән был күбәләк төрө тиҙ үрсеп япраҡтарҙы ашап бөттө. 
Быйыл иртә килгән эҫе көндәр күрәһең был ҡоротҡосҡа яҡшы нигеҙ булды. Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондарында бөгөн ебәк күбәләгенә ҡаршы көрәшергә тура килә. Урмандар ерҙән, дә һауанан да эшкәртелә, йәғни ағыу һиптерелә. Мәжбүри сара… Ә был сараның файҙанан башҡа зыяны ла булыуы ихтимал түгелме? Эшкәртелгән ерҙә бал ҡорттары үлә тип зарланыусылар, еләк-емеш йыйырға яраймы тип борсолоусылар етерлек. 
Мәңгелек урманыбыҙға янаған тағы бер хәүеф янғындар менән бәйле. Май айы бигерәк тә ҡатмарлы булды. Урмандарҙа йөҙгә яҡын ут сығыу осрағы теркәлгән. Һәр икенсе осраҡта вайымһыҙ кешеләр ғәйепле. Һүндерелмәгән усаҡ, тәмәке төпсөгө, йә тәбиғәттә ҡалдырылған быяла ярсығы ла оло афәткә сәбәпсе булыуы ихтимал. 
Студиябыҙ ҡунағы БР-ң Урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин.



Яндекс.Метрика