Иҡтисади Башҡортостан - 03.12.20 | Выпуск передачи ГТРК «Башкортостан»

Иҡтисади Башҡортостан - 03.12.20

Пандемияға бәйле “Юғары әҙерлек режимы”нда йәшәйбеҙ. Ә был бихисап сикләүҙәр менән бергә мотлаҡ талаптарҙың үтәлеүен күҙаллай. Битлек режимы, кеше күпләп йөрөгән урындарҙа, магазин, йәмәғәт туҡланыу нөктәләрендә санитар эшкәртеү, термометрия, оло йәштәгеләр һәм хроник сирлеләр өсөн үҙизоляция һ.б.
Тикшереү, контроль, штраф һүҙҙәре менән һүҙҙе башлауыбыҙ тағы ла янау, халыҡты коронавирус менән ҡурҡыты, тип ҡабул итә күрмәгеҙ, бөгөн һүҙ бер аҙ ошо хаҡта ла, ә ғәмәлдә пандемия шауҡымында бер ҡайҙа ла юғалмаған, әммә контролдән сыға барған проблемалар хаҡында булыр.
Студиябыҙ ҡунағы — Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, “Халыҡ контроле” федераль проектының Башҡортостан буйынса етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.