Иҡтисади Башҡортостан - 07.12.20 Киләһе йыл Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау тармағына сығымдар 13 процентҡа арта | Выпуск передачи ГТРК «Башкортостан»

Иҡтисади Башҡортостан - 07.12.20 Киләһе йыл Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау тармағына сығымдар 13 процентҡа арта

Киләһе йыл Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау тармағына сығымдар 13 процентҡа арта. Ә 2021-гә бюджет 2 триллион 750 миллиард дефицит менән ҡабул ителде. Сәбәбе билдәле – пандемия. Коронавируслы сирлеләр менән эшләгән табиптарға өҫтәмә түләүҙәр декабрҙән закон менән нығытылды. Йылдың һуңғы айында тағы ла бихисап яңылыҡтар ғәмәлгә инде. Яңылыҡтар исемлегендә физик шәхестәр өсөн банкротлыҡ, утын һатып алған аҡсаны кире ҡайтарыу, минималь эш хаҡын яңыса иҫәпләү һ.б. Студия ҡунағы — Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров.