Иҡтисади Башҡортостан - 10.06.21 Республика сәйәхәтселәр өсөн иң уңайлы ун төбәк исемлегендә

Башҡортостан сәйәхәтселәр өсөн иң уңайлы 10 төбәк исемлегендә. Быйыл беҙҙең республикаға килеүсе туристар һаны 3 миллионға етер тип күҙаллана. Етер ҙә, сөнки Башҡортостандың саф, таҙа һыулы Асылыкүл, Талҡаҫ, Яҡтыкүлен, мәғрүр ҡаялы Ҡараташ, Ирәмәл, Ямантауҙарын, диңгеҙ яры сервисынан бер ҙә ҡалышмаған Павловка, Нөгөш буйын бер күргәндән ҡабат барғы килеп кенә тора. Шифаханаларының даны Рәсәй төбәктәренә генә түгел, сит илдәргә таралған төйәгебеҙ сәләмәтлек туризмының нигеҙен нығыта. Уникаль Шүлгәнташ мәмерйәһе үҙенең серлелеге менән арбап иң алыҫтағы туристы ла йәлеп итеп тора.
Эске туризмға этәргес биргән пандемия бихисап проблемаларҙы ла асып һалды. Үткән йыл йәй айҙарына тура килгән ажиотажға бер кем дә әҙер түгел ине, ихтыяж тулыһынса ҡәнәғәтләнлдерелмәне, һорау булғас тәҡдим итеүсеһе лә табылды, тармаҡта бер көнлөк ҡырағай фирмалар күбәйҙе. Ҡырағайлыҡты раҫлаған бер генә статистика — былтырғы йыл үҙ аллы туристар һаны 3 тапҡырға артҡан.
Проблемаларҙы танырға һәм төҙәтергә етерлек ваҡыт булды, пандемиялы икенсе йәйҙе бик оптимистик кәйефтә ҡаршы алып торабыҙ. Быға туристик кешбэк программаһының оҙайтылыуы ла яҡшы этәргес. Күп йүнәлештәр буйынса сиктәр асылһа ла туристик миҙгелдә Башҡортостан даирәләрен иңләр, милли аш-һыуынан тәмләп, ҡымыҙ, буҙа эсеп ял итер туристар етерлек булыр. Булыр ғына түгел, бар ҙа.
Рәсәй туриндустрияһы берлегенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Кинйә Күскилдин менән әңгәмә ҡорабыҙ.



Яндекс.Метрика