Иҡтисади Башҡортостан - 15.07.21 Кеше һаулығына ғына түгел, иҡтисадҡа ла етди зыян килтерә

  • Иҡтисади Башҡортостан - 15.07.21 Кеше һаулығына ғына түгел, иҡтисадҡа ла етди зыян килтерә

Коронавирус кеше һаулығына ғына түгел, иҡтисадҡа ла етди зыян килтерә. Рәсәй, пандемияны ҡаршылағанда, күп предприятиеларҙы карантинға ябып етди саралар күрҙе. Был әлбиттә, кире йоғонтоһон яһамай ҡалманы, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡта айырым йүнәлештәр бөтөнләй ябылырға мәжбүр булды. 
Был мәжбүрилек бөтә донъя илдәренә хас булды, беренсе тулҡынды үткәреп ебәргәс етештереү яйлап тергеҙелде, әммә хаҡтар кинәт артты… артыуын әле лә дауам итә. Тимер, ағас, төҙөлөш материалдарының айырым категориялары ике тапҡырға тиклем ҡиммәтәйҙе. Артынса тауар, хеҙмәттәр, аҙыҡ-түлек был тенденцияны ҡабатлай.
Иҡтисадты яһалма һыуыҡтырыу сараһы булараҡ, үткән йыл балаларға бер тапҡыр түләнә торған пособиелар бирелде. Әле илдең финанстарын көйләүсе юғары кабинеттарҙа бындай саралар хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра ғына тигән фараздар белдерә. Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуын дәүләттең көйләргә теләүе лә кире эҙемтәгә алып килә тине Рәсәйҙең Үҙәк банк рәйесе Эльвира Нәбиуллина.
Американың доллар баҫтырыу станогын тулы ҡеүәтенә ебәреүе, бер йыл эсендә дәүләт бурысын сирек тапҡырға арттырыуы донъя иҡтисадына көрсөк менән янай тип яу һала аналитиктар. 
Ошо факттарҙың барыһын да бергә ҡушһаң, сираттағы иҡтисади кризистың башланыры көн кеүек асыҡ. Бәлки ул башланғандыр ҙа. Мине икенсе бер әйбер шикләндерә… Халыҡ әле булһа кредит упҡынына батыуын дауам итә. Хәҙер ике-өс кредит түләүселәр быуа быуырлыҡ. Рәсәйҙә кредит алыусыларҙың күпселеген аҙ килемле халыҡ тәшкил итә. 
Кешеләрҙең финанс грамоталығына бағышларбыҙ алдағы ярты сәғәттә барасаҡ һөйләшеүҙе. Студиябыҙ ҡунағы, Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғилми хеҙмәткәре, иҡтисад фәндәре кандидаты Азамат Барлыбаев һәм институттың матбуғат хеҙмәткәре Ғәзиз Йосопов.