Иҡтисади Башҡортостан - 17.06.21 Тыуған яғым – аҫыл ташҡа киң яғым

  • Иҡтисади Башҡортостан - 17.06.21 Тыуған яғым – аҫыл ташҡа киң яғым

Тыуған яғым – аҫыл ташҡа киң яғым. Баймаҡ ерен данлаған был шиғри юлдарҙа хаҡлыҡ бар. Ирәндек буйҙары тотош бер хазина ҡумтаһы ул. Тик ҡасандыр һоҡланып йырҙар ижад ителһә, хәҙер ул хаҡта криминал йылъяҙмалар яҙырға була. Ошо ерлектә сығарылған яҫматаш, алтын һуңғы йылдарҙа бик күп бәхәстәр тыуҙырҙы.
Һаҡмар йылғаһы буйҙарында ятҡан был таш ятҡылыҡтары беренсенән етә өйрәнелмәгән, заманында өҫтөн генә башҡарылған геологик тикшеренеүҙәр ҙә тап баймаҡ районы биләмәләрендә, Урал тауҙары төркөмөндәге иң ҡиммәтле йәшмә таштарының ер өҫтөнә яҡын ятыуын асыҡлаған. Икенсенән, бәлки алтын хаҡына тиң булған плитә таштарҙың хаҡы түбән. Өсөнсөнән, был хаҡтан да урындағы бюджетҡа бер ниндәй ҙә файҙа булмауы. Ә вәхшиҙәрсә аҡтарылған ер ҡуйыны шул килеш ятып ҡала, тергеҙеү эштәре башҡарылмай. Ошо уҡ хәл алтын йыуыусылар ҡуртымға алған ерҙәрҙә лә күҙәтелә. 
Республика башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғы райондарына тәүге эш сәфәрендә үк был проблемаға иғтибар итте. Лицензиялар тартып алынды, рейдтар ойошторолдо… законһыҙ таш ҡаҙыусылар кәмене, ә бына бығаса ҡаҙылғандарында рекультивация эшләнмәй. Сөнки, кем ҡаҙған, ҡасан ҡаҙған, нисек ҡаҙған.. һорауҙарҙың осо ҡырыйына сығырлыҡ тңгел. Тәртип кәрәк, ана шул маҡсатты ғәмәлгә ашырыу ниәте менән Башҡортостанда Файҙалыҡаҙылмаларҙы ҡулланыусылар эшмәкәрлеге буйынса ведомство-ара комиссия булдырылды. 
Инеш өлөштән аңлауығыҙса, алдағы ярты сәғәттә Башҡортостан биләмәләрендәге ҡаҙылма байлыҡтар, уларҙы һөҙөмтәле ҡулланыу, тармаҡта тәртип булдырыу хаҡында һөйләшәбеҙ. Студиябыҙ эксперты Тәбиғәт ресурстарынан файҙаланыу һәм экология хәүефһеҙлеге һорауҙары буйынса йәмәғәт башланғысында Башҡортостан Республикаһы башлығы кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов.