Иҡтисади Башҡортостан - 24.06.21 Башҡортостанда театр, музей, клубтар вакцинаһы булғандар өсөн генә эшләй

  • Иҡтисади Башҡортостан - 24.06.21 Башҡортостанда театр, музей, клубтар вакцинаһы булғандар өсөн генә эшләй

Башҡортостанда театр, музей, клубтар вакцинаһы булғандар өсөн генә эшләй. Киләһе аҙнанан йәмәғәт туҡланыу урындары, кафе, ресотран, фитнес клубтарҙа ла прививка сертификаты, ПЦР тест талап итәсәктәр. 
29 июндән һуң йәмәғәт туҡланыу урындарына, матурлыҡ, массаж салондарына, фитнес-клуб, бассейн, шифаханаларға һәм студенттарҙың дөйөм ятаҡтарына инеү өсөн вакцина һалдырыу тураһындағы сертификат, йә медицина ойошмаһынан прививка һалдырыу ярамағанын раҫлаусы документ, һис юғынд, ковид-19 юҡлығын раҫлаусы ПЦР тест һөҙөмтәһе кәрәк. Яңы ҡағиҙәләр бизнесҡа һәм иҡтисадҡа нисек йоғонто яһар, ошо хаҡта алдағы ярты сәғәттә фекер алышырбыҙ. Студия ҡунаҡтары менән танышып китәйек: иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров, “Опора России” кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы бүлексәһе етәксеһе Ләйсән Николаева.