Проект:

Млечный путь

Ҡош юлы - Әхтәм Әбүшахманов

Тамашасы уның һәр ролен: аҡ күңелле Аҡъегет һәм ил батыры Салауатты, мавр Отелло һәм  илсе-дипломат Кәрим Хәкимовты һәм бихисап башҡа образдарын ихлас яратып  ҡабул  итте, режиссер булараҡ ҡуйған спектаклдәрен алҡышланы. Ләкин Әхтәм Әхәт улы өсөн театр сәхнәнән генә тормай. Бөгөн арҙаҡлы шәхес, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхмәт Әхәт улы Әбүшахманов милли сәнғәт, бөйөк  театр әһелдәренең ҡатмарлы ла, ҡайсаҡ фажиғәле лә яҙмыштары хаҡында  уйлана, уларҙың  үҙенсәлекле ижад ысулдарын өйрәнә, йәш быуындарға күндерә. Һәм быларҙы ул бары тик  күңел ҡушыуы буйынса башҡара. Сөнки Әбүшахмановтың тормош рәүешен билдәләгәне  лә, булмышына, асылына, иң ҙур ғазабы һәм бәхетенә әүерелгәне лә – тап  театр! Ошо мөғжизәле, мәртәбәле, икһеҙ-сикһеҙ  театр донъяһы…



Яндекс.Метрика