2020 йылға Стәрлетамаҡта ядро медицинаһы үҙәге төҙөләсәк

  • 2020 йылға Стәрлетамаҡта ядро медицинаһы үҙәге төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән «МедИнвестГрупп» компаниялар төркөмө араһында ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 1 миллиард һум аҡса талап ителә, сығымдарҙы иһә тулыһынса инвестициялар иҫәбенә ҡаплау ҡарала. Үҙәк Стәрлетамаҡ дауаханаһы биләмәһендә урынлашасаҡ, уның төп фунцияһы — онкология ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау. Учреждение заманса медицина техникаһы позитрон-эмиссиялы компьютер томографы, нур терапияһы өсөн ике һыҙыҡлы тиҙләткес һәм бергә тоташҡан ҡорамал менән йыһазландырыласаҡ. Бынан тыш, проектта шешкә ҡаршы дарыу терапияһы стационарын ойоштороу ҙа ҡаралған.



Яндекс.Метрика